-5 °С
Болотло
Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарға торлаҡ сертификаттары тапшырыуын дауам итә. Бөгөн был бәхет Гөлфиә Аслаеваға татыны. Гөлфиә Нижневартовск ҡалаһында педиатр булып эшләй. Әлеге сертификатҡа ул илебеҙҙең теләһә ҡайһы төбәгенән үҙенә торлаҡ алырға хоҡуҡлы. Имен-һау ҡыуанып йәшәргә насип булһын!
Быйылғы йылда был программа буйынса районда 9 кешегә сертификат тапшырылған.