АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
19 Июль , 09:00

УҠЫЙҘАР ҘА, ЭШЛӘЙҘӘР ҘӘ!

Мәктәп янында "Бройлер" хужалығы эшләп килә...

УҠЫЙҘАР ҘА, ЭШЛӘЙҘӘР ҘӘ!
УҠЫЙҘАР ҘА, ЭШЛӘЙҘӘР ҘӘ!

Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылы мәктәбе хаҡында яҙғаныбыҙ бар ине. Бында йәшелсә, емеш-еләк кенә үҫтереп ҡалмайҙар, ҡош-ҡорт та тоталар.

Яңы Ергән мәктәбендә “Бройлер” участка яны хужалығы 2012 йылдан эшләп килә. Шулай итеп, бында уҡыусылар йәшелсә үҫтерергә генә түгел, ҡош-ҡорт тәрбиәләргә лә өйрәнә. Бер яҡтан, хеҙмәтте үҙ “елкә”ләрендә татып, белеп үҫһә, икенсенән, йыл дауамында экологик яҡтан таҙа ризыҡ менән туҡланасаҡтар. Өсөнсөнән, баҡса эштәре һәм ҡошсолоҡ буйынса эҙләнеү эштәре алып барып, һәр төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Шәп бит, ә? Башҡа тарафтарҙа ундай мәктәп бармы икән?

 

Әйткәндәй, урындағы фермер Зөфәр Ҡырымғужин мәктәп яны хужалығына ем менән ярҙам күрһәтә. Коллектив уға оло рәхмәтле!

Автор:Резеда Валиева