АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
5 Июль , 10:25

МӘСЕТ ТӨҘӨЛӘ

“Башҡорт баҡыры” йәмғиәте мәсет төҙөүгә 4 миллиондан ашыу аҡса бүлгән.

“Башҡорт баҡыры” йәмғиәте Хәйбулла районы Петропавловка ауылында мәсет төҙөүгә 4 миллиондан ашыу аҡса бүлгән. Ауыл халҡы күптән инде иман йорто төҙөү хаҡында хыяллана ине.

Был изге эш Хәйбулла районы хакимиәте һәм “Башҡорт баҡыры” йәмғиәте  араһындағы социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлек сиктәрендә башҡарыла. Предприятие вәкилдәре һәм ауыл халҡы мәсет өсөн урын һайлаған. Уҙған аҙнала урындағы имам әлеге урында доға ҡылғандан һуң, нигеҙ эшләүгә тотонғандар. Мәсет ағастан буласаҡ, уға электр йылытҡыс үткәрелә. Ауылда мәсеттең төҙөлә башлауы халыҡ өсөн оло байрамға әйләнгән.

МӘСЕТ ТӨҘӨЛӘ
МӘСЕТ ТӨҘӨЛӘ
Автор:Резеда Валиева