АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
30 Июнь , 20:50

БӘХИЛ БУЛ, АРСЕЛ...

Бөгөн Дәүләт ауылында Арсел Салауат улы Ғабдрахмановты һуңғы юлға оҙаттылар. Арсел 2003 йылдың 12 авгусында Сибай ҡалаһында тыуған.

БӘХИЛ БУЛ, АРСЕЛ...
БӘХИЛ БУЛ, АРСЕЛ...

1-9 класты Амангилде мәктәбендә уҡый. 2018-2022 йылдарҙа Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында повар-кондитер һөнәрен үҙләштерә. 2022 йылдың 24 июнендә Рәсәй Федерацияһы армияһы сафтарына алына. Хеҙмәт барышында контракт төҙөй һәм махсус хәрби операцияға китә. Рядовой сапёр А. Ғабдрахманов 2024 йылдың 22 июнендә хәрби задание үтәгәндә батырҙарса һәләк була.

Арселде оҙатып килгән лейтенант Сирен Начин Аянович Арсел Салауат улы Габдрахмановтың һәләк булғандан һуң Батырлыҡ ордены менән билдәләнеүен хәбәр итте.

Арселдең бер туған ағаһы Айнурҙың, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Тыныс йоҡла, батыр. Онотмабыҙ мәңге...

 

Сығанаҡ: "Осҡон" гәзите.

Автор: