АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
27 Июнь , 10:05

АФАРИН, ЯРАТТАР!

Һабантуйҙар үтеп китте. Ҡайһы берәүҙәр илдә тынғыһыҙ хәлдәр барғанда бындай байрамдар үткәреүгә ҡаршы ла сыҡты. Ә беләһегеҙме яраттар нимә эшләгән?

АФАРИН, ЯРАТТАР!
АФАРИН, ЯРАТТАР!

Улар бер юлы ике "ҡуян"ды тотҡан. Нисекме? Диванда ятып, байрам ойоштороусыларҙы әрләп кенә ятмаған. Һабантуйға ла барған, файҙалы эш тә эшләгән.

Һабантуйҙа тирмәләр конкурсында Ярат ауылы биләмәһе Гран-при яулағайны. Ошо уңайҙан улар 10 мең һум менән бүләкләнде. Был аҡсаны яраттар махсус операцияла йөрөүсе яҡташтарға дрон алыуға күсергән.

Әйткәндәй, Ярат биләмәһе һабантуй мәлендә маскировка селтәре үреүҙе лә ойошторҙо.

Афарин!

Автор:Резеда Валиева