АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
5 Июнь , 15:00

БАЙМАҠТЫҢ ШӘП УҠЫУСЫЛАРЫ!

Төрлө олипиадаларҙа еңеү яулаусы уҡыусылар район башлығы менән осрашты.

БАЙМАҠТЫҢ ШӘП УҠЫУСЫЛАРЫ!
БАЙМАҠТЫҢ ШӘП УҠЫУСЫЛАРЫ!

--2023-2024 уҡыу йылында райондың 9 мәктәбенән 75 уҡыусы төрлө мәктәп уҡыусылары олимпиадаларында ҡатнашты.
БЛИ-нан, 2-се, 3-сө һәм 4-се мәктәптәрҙән 11 уҡыусы экология, иҡтисад, әҙәбиәт, технология, биология, география, хоҡуҡ предметтары буйынса олимпиада призерҙары булды.
Бөтә призерҙарҙы олимпиадала уңышлы сығыш яһауҙары менән ҡотлайым! Ҡыйыулығығыҙ һәм батырлығығыҙ, еңеүгә ынтылышығыҙ, уңышҡа ышанысығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм.
Уҡытыусыларға ихлас рәхмәтемде белдерәм. Һеҙҙең белемегеҙ, сабырлығығыҙ, балаларға һәм үҙ эшегеҙгә һөйөүегеҙ – уҡыусыларҙың һәм мәктәптең уңыш нигеҙе,--тип яҙа Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.

Автор:Резеда Валиева