Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
4 Июнь , 14:30

АҠЪЕГЕТТӘР АУЫЛЫН МАТУРЛАЙ

Йәй - осрашыуҙарға бай миҙгел. Был осорҙа һәр кем тыуған ауылына, ғәзиз төйәгенә ашҡына. 22 июндә Хәйбулла районы Аҡъегет ауылында күркәм сара буласаҡ.

АҠЪЕГЕТТӘР АУЫЛЫН МАТУРЛАЙ
АҠЪЕГЕТТӘР АУЫЛЫН МАТУРЛАЙ

Бында Шәжәрә байрамы үткәреү планлаштырылған. Ошо айҡанлы ауыл халҡы зыяраттың ҡомаһын өлөшләтә яңыртҡан, "Ауыл ҡоҙоғон" көпләгән. Киләһе өмә Аҡъегет ауылында 9 июнь көнөнә ниәтләнгән, теләге булған һәр кем ҡушыла ала.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: