АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
29 Май , 11:15

БӘХЕТЛЕ ӘСӘЙҘӘР

Баймаҡ районынан 8 әсәгә - Рәйлә Ғәбдееваға, Әлиә Ишбирҙинаға, Асия Ниғмәтуллинаға, Юлиә Усмановаға, Әлиә Хисмәтуллинаға, Юлиә Хисмәтуллинаға, Земфира Хоҙайғоловаға, Гөлсинә Юлғотлинаға "Әсәлек даны" миҙалы бирелде.

БӘХЕТЛЕ ӘСӘЙҘӘР
БӘХЕТЛЕ ӘСӘЙҘӘР

Башҡортостанда күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде. Республика Башлығының тейешле указына 15 майҙа ҡул ҡуйылған һәм бөгөн ул рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡҡан.

Бүләкләнеүселәр араһында — Ауырғазы, Баймаҡ, Баҡалы, Белорет, Бүздәк, Борай, Ғафури, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Салауат, Стәрлебаш, Тәтешле, Туймазы, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә һәм Шаран райондары, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары вәкилдәре бар.

Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылда булдырылған. Был награда, республика ҡануниәтенә ярашлы, биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырылырға тейеш.


Баймаҡтан: Рәйлә Ғәбдеева, Әлиә Ишбирҙина, Асия Ниғмәтуллина, Юлиә Усманова, Әлиә Хисмәтуллина, Юлиә Хисмәтуллина, Земфира Хоҙайғолова, Гөлсинә Юлғотлина.
Йылайырҙан: Ләйсән Ҡоҙашева.
Сибайҙан: Рәзилә Илембәтова.

 

--Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың сираттағы Указы менән «Әсәлек даны» миҙалына районыбыҙҙың биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 8 ҡатын-ҡыҙы лайыҡ булды. Республикабыҙҙа әсәләргә, күп балалы ғаиләләргә иғтибар бүленеүе ҡыуандыра һәм хаҡлы рәүештә ғорурлыҡ тойғоһо уята.
Һеҙҙе награда алыуығыҙ менән ҡотлайым. Был награда һеҙҙең “әсә булыу” тигән донъялағы иң яуаплы һәм изге бурысты лайыҡлы атҡарыуығыҙ өсөн рәхмәт символы булһын. Һеҙгә һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем!--тип яҙа социаль селтәрҙә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.

Автор:Резеда Валиева