АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
28 Май , 15:55

ТОРЛАҠЛЫ БУЛДЫЛАР

Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарҙы һәм һаулыҡ мөмкинлектәрҙе социаль яҡлау йүнәлешендәге программаларға ярашлы, йәштәр торлаҡлы була.

ТОРЛАҠЛЫ БУЛДЫЛАР
ТОРЛАҠЛЫ БУЛДЫЛАР

Хәйбулла районында өс йәш кешегә фатир һәм торлаҡҡа сертификат тапшырылды. Динар Таһиров һәм Гөлназ Бағышаева етем булараҡ фатирлы булһа, Ләйсән Назароваға "Башҡортостан Республикаһында инвалидтарҙы социаль яҡлау" программаһы сиктәрендә сертификат бирелде. Уларҙы Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов тәбрикләп, өйҙәренең шатлыҡлы ваҡиғаларға тулыуын теләне.

Әйткәндәй, Динар махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Әле ул реабилитация үтә.

Йәштәрҙе ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ!

 

 

Автор:Резеда Валиева