АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Төбәк һулышы
22 Май 2024, 05:00

Яңы йорттарға нигеҙ һалынды

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъяр ауылында күп фатирлы ҡатлы йортҡа нигеҙ һалынды. Торлаҡты «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте төҙөй. Төҙөлөш биләмәһендә 144 фатирлы 3 ҡатлы 4 йорт ҡалҡып сығасаҡ. Биналарҙың дөйөм майҙаны 8149 квадрат метр тәшкил итә.

Яңы йорттарға нигеҙ һалындыЯңы йорттарға нигеҙ һалынды
Яңы йорттарға нигеҙ һалынды

 

"Торлаҡ" милли проекты сиктәрендә хасил булған торлаҡ майҙансығын ике йыл эсендә сафҡа индереү күҙаллана. Йорттар яны төҙөкләндереләсәк, коммуникация, инженер селтәрҙәренә технологик тоташыу ҙа ҡаралған.

Күп ҡатлы йорттарҙа 1,2,3 бүлмәле фатирҙар буласаҡ. Уларҙың майҙандары планировкаға ярашлы, 38 квадрат метрҙан 81 квадрат метрға ҡәҙәр етә.

Мәғлүмәт һәм фото Хәйбулла районы хакимиәтенең социаль селтәрҙәге төркөмөнән алынды.

Яңы йорттарға нигеҙ һалынды
Яңы йорттарға нигеҙ һалынды
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас