Баймаҡ районы Түбә ауылында өмә үтте. Скверҙы кәртәләү махсус хәрби операция яугире Илшат Мәҡсүтов инициативаһы менән башҡарылған. Уның тәҡдимен Батыр Байназаров, Илфат Йомағолов, Илфат Мырҙаев тиҙ арала күтәреп алып, төҙөкләндереү башлай. Кисә, 20 майҙа, уларға башҡалар ҡушылып, кәртәләүҙең осона сыҡтылар. Ауыл хакимиәте Юлай Мырҙаевҡа, Азат Мәҡсүтовҡа, Ринат Мәжитовҡа, Илсур Әхмәтовҡа, Булат Боҫҡоновҡа, Ринат Ғүмәровҡа, Илдус Сәйетбаталовҡа, Илнур Иҫәнбаевҡа, Айҙар Йосоповҡа, Илфат Йомағоловҡа һәм сәй табыны ойошторған Фәниә Мәҡсүтоваға, "Өй йәме" фольклор төркөмөнә, Ғәлиә Мырҙаеваға рәхмәт белдерә.
Яугирҙең ситтән тыуған ауылын ҡайғыртып, изге эш башҡарыуы маҡтауға лайыҡ. Иҫән-һау әйләнеп ҡайт, Илшат!