Төбәк һулышы
19 Мая 2024, 18:15

КЕМДӘ НИМӘ? Ә УЛАРҘА - ПИОНЕРИЯ КӨНӨ!

Күрше-күлән пионер саҡтарын иҫкә алған, элекке йырҙарҙы йырлаған...

КЕМДӘ НИМӘ? Ә УЛАРҘА - ПИОНЕРИЯ КӨНӨ!КЕМДӘ НИМӘ? Ә УЛАРҘА - ПИОНЕРИЯ КӨНӨ!
КЕМДӘ НИМӘ? Ә УЛАРҘА - ПИОНЕРИЯ КӨНӨ!

Ишембай районы Маҡар ауылы халҡы социаль селтәрҙә яҙа:

--Кемдә нимә — беҙҙә Пионерия көнө!
Элек туңдырма татлыраҡ, ә колбаса тәмлерәк, хатта үлән дә йәшелерәк ине, тиҙәр. Уҙған ваҡытты кире ҡайтарып булмай, шулай ҙа үткән дәүерҙе күңелле хәтирәләр менән иҫкә алыу мөмкинлеге бар.
Урман, халыҡ телендә Моҡша урамы халҡы, бер аҙға ғына булһа ла, СССР мәленә ҡайтҡандай булдыҡ.
Ҡыҙыл галстук таҡҡан, пионер тигән данлы исемде йөрөткән сағын кем генә һағынмай икән?!
Күрше - күлән пионер саҡтарын хәтерләп, элекке йырҙарҙы барлап, үҙҙәре әҙерләгән бай табын артында бер - нисә самауырҙы йыҡты. Матур хәтирәләргә, аралашыуға бай, күңелле сара барыһына ла оҡшаны. Урам халҡы байрамды ойоштороусы Маҡар ауылы биләмәһенең ауыл советы депутаты Илфат Һиҙиәтовҡа рәхмәт әйтеп таралашты.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас