+30 °С
Болотло
Һаҡмар--Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы янынан аҡҡан төп йылға. Уға Күсәбә, Ярмайылға йылғалары ҡушыла. Бынан тыш, ауылдан алыҫ түгел ерлектә шишмәләр бар. Улар ҡоролоҡ йылдарында бөтөнләй юҡҡа сыҡһа, ямғырлы йылдарҙа килеп сыға. Шуларҙың береһе - Яланүҙәк. Күптән түгел ауыл ир-егеттәре уны кәртәләп алды. Киләсәктә инеш башына ағастар ҙа ултыртмаҡсы.
Афарин! Инештәребеҙҙе, урмандарыбыҙҙы, ғөмүмән, тәбиғәтте һаҡлайыҡ, йәш быуында ла уға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләйек.
Әйткәндәй, сыңғыҙҙар районда иғлан ителгән "Сәләмәт ауыл" һәм "Сылтыр шишмә" конкурстарында ҡатнашырға ҡарар итте.
Азамат Мөхәмәтшин фотоһы.