+30 °С
Болотло
--Түбәнге Иҙрис мәҙәниәт усағында 50 йыл иңгә иң терәшеп ҡарлы- ямғырлы, буранлы-ҡояшлы, еләкле тормош юлы үткән хөрмәтле хеҙмәт ветерандарыбыҙҙы, парлы ғаиләләребеҙҙе саҡырып, алтын туйҙары менән ҡотланыҡ һәм республика Башлығының, ауыл хакимиәтенең бүләктәрен тапшырҙыҡ.
Түбәнге Иҙристән Хәйбулла ағай һәм Рафиға апай Арғынбаевтар, Муллаҡайҙан Рәйес ағай һәм Флүрә апай Латыповтар,Ҡолсоранан Зәкир ағай һәм Әсмә апай Мостафиндар сәхнә түрендә булды. Уларға ауыл таланттары - "Йәншишмә","Йәшлек" ансамблдәре матур бейеүҙәр бүләк итте,--тип яҙалар социаль селтәрҙә.