Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
14 Май , 21:50

МАТУР САРА ҮТТЕ

Хәбәр итеүебеҙсә, "Атайсал" гәзите мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡов һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Моң табыны" проекты авторы, йырсы, ҡурайсы Рәмил Туйсин Йылайыр районының өс ауылында бөгөн осрашыуҙа булды. Осрашыуҙан йылайырҙан бик ҡәнәғәт ҡалған.

МАТУР САРА ҮТТЕ
МАТУР САРА ҮТТЕ

--Йылайыр районының Йомағужа ауылына бөгөн “Атайсал” төбәк гәзите ҡунаҡҡа килде. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, популяр йырсы Рәмил Туйсин менән билдәле яҙыусы, Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы Хәйҙәр Тапаков “Моң табыны” тип исемләнгән бик матур осрашыу ойошторҙо.
Күркәм сараға бик күпләп халыҡ йыйылды. Моң эйәһенең сығышында беҙ халыҡ йырҙарының нисек барлыҡҡа килеүе хаҡында күп кенә мәғлүмәттәр белдек. Рәмил Туйсин ҡурайҙа, баянда уйнап бик матур итеп халыҡ йырҙарын башҡарҙы. Яҙыусы Хәйҙәр Тапаков “Тамашасыларға үҙемдең китабымды алып килдем, сығып бер йыр башҡарығыҙ” тине, Шәрифә йырлай тип минең сығыуымды һорағастар, үҙемдең яратҡан йырымды йырланым. Хәйҙәр Ниғәмәт улы автографы менән үҙенең китабын бүләк итте. Ҙур рәхмәт инде, эшегеҙҙә уңышлыҡтар теләйем, тағыла күп йылдар дауамында ҡыуанып йәшәгеҙ Алла бирһә Хәйҙәр ағай! Бик матур сара аҙағында ҡунактарға ауылыбыҙҙың хакимиәт башлығы Рөстәм Мөхтәр улы халыҡ исеменән ҙур рәхмәтен еткерҙе. “Атайсал”ға яҙылғандар араһында бүләк уйнаттылар. Беребеҙ ҙә мәхрүм ҡалманыҡ, бик матур иҫтәлекле бүләктәр уйнатылды. Шундай күркәм байрам өсөн ҙур рәхмәт!--тип яҙа Сәләх ауылында йәшәүсе Шәрифә Иҫәнбаева.

Автор:Резеда Валиева