АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Төбәк һулышы
24 Апрель 2024, 16:15

ФӘНГӘ ГЕНӘ ТҮГЕЛ, МОҢҒА ЛА ҒАШИҠТАР!

Ә һеҙ беләһегеҙме, Сибай институты хеҙмәткәрҙәре йыр-моңға ла маһир. Улар бөгөн концерт номерҙары менән сығыш яһаны.

ФӘНГӘ ГЕНӘ ТҮГЕЛ, МОҢҒА ЛА ҒАШИҠТАР!ФӘНГӘ ГЕНӘ ТҮГЕЛ, МОҢҒА ЛА ҒАШИҠТАР!
ФӘНГӘ ГЕНӘ ТҮГЕЛ, МОҢҒА ЛА ҒАШИҠТАР!

Бөгөн Сибай институтының "Йәншишмә" ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле отчет концерты менән сығыш яһаны. Ансамблдә уҡыу йортоноң уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре биология фәндәре докторы, профессор һәм композитор Йәлил Төхвәт улы Һөйөндөков етәкселегендә шөғөлләнә. Ансамбль яңыраҡ ҡына төҙөлөүенә ҡарамаҫтан, институт һәм ҡала концерттарында, Баймаҡ, Хәйбулла райондары мәҙәниәт йорттарында әүҙем сығыш яһап килә. Уҡытыусыларҙың, фән эшмәкәрҙәренең сәнғәткә ғашиҡ булыуы, халыҡ һәм эстрада йырҙары менән сығыш яһауы тәрбиәүи әһәмиәткә лә эйә. Коллегаларыбыҙға уңыштар, матур сығыштар теләйбеҙ!

Концертта шулай уҡ Рәмил Туйсин, Фәнис Сирбаев, Рауил Харрасов һәм ир-егеттәр ансамбле сығыш яһаны.

 

ГӨЛКӘЙ СӘМЕРХАНОВА.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас