Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
14 Апрель , 21:40

АФАРИН, ЙӘНЙЕГЕТТӘР!

Мәсет янын таҙалап, ағас ултыртҡандар... Хәҙер ярҙам талап ителә.

АФАРИН, ЙӘНЙЕГЕТТӘР!
АФАРИН, ЙӘНЙЕГЕТТӘР!

--Бөгөн йәнйегеттәр бер булып мәсет ишек алдын таҙаланы, ағас ултыртты. Аллаһ йортона итәғәт иткәндең сауабы ҙур, шөкөр, уны аңлағандар бик күп. Хатта ауылға ялға ҡайтҡандар ҙа, ишетеп ҡалып, йүгерешеп килеп етте. Береһен дә исемләп яҙмайым. Сауаптарын насип итһен. Аяҡ-ҡулығыҙ һыҙлауһыҙ булһын, имен йөрөгөҙ, афәттәр урап үтһен! Шул ултыртҡан ағастар ерегеп үҫеп китһен өсөн һыу ҡойоп торорға кәрәк. Ишек алдында һыу ағып тора, кем ҡасан бушай, килеп ҡойоп китергә була. Мәсеткә шланг алырға кәрәк. Шуға кем шланг алырға ярҙам итә ала, финанс ярҙамынан баш тартмаҫ инек,--тип яҙа социаль селтәрҙә Ләлә Рафиҡова.

Автор:Резеда Валиева