Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
12 Апрель , 17:55

ҠАР ҺЫУҘАРЫ ШИФА ТИҘӘР...

Йәнтеш ауылы инәйҙәре ҡар һыуына барҙы...

ҠАР ҺЫУҘАРЫ ШИФА ТИҘӘР...
ҠАР ҺЫУҘАРЫ ШИФА ТИҘӘР...

ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫНАН ХӘБӘР ИТӘЛӘР:

 

Әйҙә, иркәм, бараһыңмы,
Мин барам ҡар һыуына.
Ҡар һыуҙары шифа тиҙәр,
Йөрәгем яныуына....

Ҡар һыуына барыу йолаһы - башҡорттар араһында киң таралған йолаларҙың береһе. Йәнтҽш ауылының "Ағинәйҙәре" халҡыбыҙҙың матур йолаһын тергеҙеп, балаларға күрһәтә.
Ҡар һыуының кешеләр һаулығы өсөн дә, көнкүрештә ҡулланғанда ла файҙаһы бик ҙур булыуын балаларға бәйән иткәндәр. Һыуға бәйле мәҡәл-әйтемдәрҙе иҫкә төшөрөп, йомаҡтар ҡойғандар, уйындар уйнағандар.
Халҡыбыҙҙың ябай ғына йолаһына тәрән мәғәнә һалынған - кешеләрҙә һыуға ҡарата һаҡсыл ҡараш, ихтирам тәрбиәләүҙе күҙ уңында тота был сара.

Автор:Резеда Валиева