Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
27 Март , 16:30

БАЙМАҠТАР ЯҢЫ АВТОБУСЛЫ БУЛДЫ

 быйыл ғинуарҙа Баймаҡ АТП-һы алты “NEXT” маркалы бәләкәй автобустары менән тулыланғайны. Мартта тағы ла һигеҙ “ПАЗ” – Вектор” маркалы автобус алынды. Улар иртәгеһенә үк пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү өсөн маршруттарға сыҡты.

БАЙМАҠТАР ЯҢЫ АВТОБУСЛЫ БУЛДЫ
БАЙМАҠТАР ЯҢЫ АВТОБУСЛЫ БУЛДЫ

БАЙМАҠ РАЙОНЫ ХАКИМИӘТЕ БАШЛЫҒЫ ФӘНИС ӘМИНЕВ ХӘБӘР ИТӘ:

--Һуңғы йылдарҙа республикала пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүгә айырым иғтибар бирелә. Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең транспорт инфраструктураһын үҫтереү – мөһим тармаҡтарҙың береһе, тип атаған ине.

Шуға ярашлы, республикала автомобиль транспорты предприятиелары паркын яңыртыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Уның һөҙөмтәһе баймаҡтарға яҡшы таныш.

Ағымдағы йылдың ғинуарында Баймаҡ АТП-һы алты “NEXT” маркалы бәләкәй автобустары менән тулыланғайны. Мартта тағы ла һигеҙ “ПАЗ” – Вектор” маркалы автобус алынды. Улар иртәгеһенә үк пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү өсөн маршруттарға сыҡты.

Автор:Резеда Валиева