Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
26 Март , 11:10

Изге айҙа - изге ғәмәл

Изге Рамаҙан айында халыҡтың күңеле изгелеккә ынтыла, күберәк сауап алырға тырыша. Бер-береһенә ифтарға йөрөшә, ураҙа тотоусыларҙы табынға йыя. Буранбай ауылының йәш ҡатын-ҡыҙҙарҙан торан "Илһам" ансамбле оло йәштәгеләрҙе туплаған "Гәүһәркәй" фольклор ансамбле ағинәйҙәрен клубҡа йыйып, мөнәжәттәр тыңлаған.

Изге айҙа - изге ғәмәл
Изге айҙа - изге ғәмәл

--Мәҙәниәт йортонда эшләп килеүсе "Гәүһәркәй" ансамбле инәйҙәрен саҡырып ифтар үткәрҙек. Ҡасандыр мәҙәниәт тормошонда ҡайнап, эшләп , ансамблдә шөғөлләнеп, хәҙер инде мәңгелек йортона күскән инәй-олатайҙарҙың рухтарына аят бағышлап, иҫкә алып үттек. Инәйҙәрҙең мөнәжәттәре күңелдәргә үтеп инде,--тип хәбәр итә улар.

 

Афарин, буранбайҙар! Сауаптары насип булһын! Тиң-татыу, именлектә, һаулыҡта бергә-бергә йәшәргә яҙһын!

Автор:Резеда Валиева