Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
16 Март , 08:10

САҘАҠА КӘШТӘҺЕ

Хәйбулла районында "Саҙаҡа кәштәһе" эшләй.

САҘАҠА КӘШТӘҺЕ
САҘАҠА КӘШТӘҺЕ

--Изге Рамаҙан айының изге көнөндә беҙҙең Өфө ауылының «Ләйсән» магазинында яңынан «Саҙаҡа кәштәһе» эшен башланы. Өсөнсө йыл рәттән инде ағинәйҙәр башлап ебәргән изге ниәт дауам итә.
Мөмкинлеге булған кеше был кәштәгә ризыҡ йә әйбер һалып, ә мохтаждар үҙҙәренә кәрәкле әйберҙе бушлай алып китә ала,--тип хәбәр итә Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Резеда Валиева