Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
14 Март , 11:15

КӨРӘК ТӘ КӘРӘК

Йәнтештәр көрәк әҙерләүгә тотонған.

КӨРӘК ТӘ КӘРӘК
КӨРӘК ТӘ КӘРӘК

--"Күмәкләгән яу ҡайтарған" - тигән һүҙҙәр Йәнтеш ауылы халҡына тап килеп кенә тора. Бар башланғыстарға ла бергә тотоноп, еренә еткереп башҡарып ҡуя улар. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә ярҙам итеү эше күп ауылдарҙа башлыса ҡатын-ҡыҙҙар иңендә булһа, Йәнтештә ир -егеттәр үҙҙәре әүҙемлек күрһәтә.
Окоп шәмдәре ҡойоу булһынмы, маскировкалау селтәрҙәрен үреү тиһеңме - ир- егеттәр һәр саҡ бергә.
Әле егеттәребеҙгә бик кәрәкле булған көрәктәр алып, уларҙы һаплап әҙерләп ҡуйған икән улар. Яугир егеттәребеҙгә атайҙарса хәстәрлек күрһәтеп, барыһын да туплап, әҙерләп биреп ебәреүсе Йәнтеш ауылы ир егеттәренә лә, улар менән бергә дәррәү бар эшкә ла тотонған ҡатын-ҡыҙҙарына ла афарин тиергә генә ҡала!--тип хәбәр итә Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Резеда Валиева