--"Ҡурай" кафеһында хәрби махсус операцияла хеҙмәт итеүсе егеттәребеҙгә ебәрер өсөн һалма әҙерләнек. "Шәфәҡ" ағинәйҙәр ойошмаһы, ауылымдың әүҙем ҡатын- ҡыҙҙары изге эшкә ихлас ҡушылды. Башланған эш- бөткән эш, һә тигәнсе 1 тоҡ ондан милли ризығыбыҙ- бишбармаҡты йәйеп, киптереп, ҡырҡып та ҡуйҙыҡ. Бер нисә көндән кипкән күстәнәстәрҙе моҡсайҙарға тултырып, яу ҡырында йөрөгән егеттәребеҙгә оҙатасаҡбыҙ. Был эште атҡарып сығыуға оно, башҡа кәрәк-яраҡтары, йылы бүлмәһе менән тәьмин иткән кафе хужабикәһе Резеда Утарбаеваға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Аллаһ бирһә, тиҙерәк донъялар тынысланһын, батырҙарыбыҙ имен -һау ҡайтып төшһөндәр. Әсәйҙәрҙең, һөйгәндәренең, балаларының шатлыҡ , ҡыуыныс, бәхет күҙ йәштәрен күрергә яҙһын,--тип яҙа Иҫке Сибай ауылында йәшәүселәр.