Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
11 Февраль , 18:15

ЕГЕТТӘР КЕЙЕҘГӘ ТОТОНҒАН

Егеттәр кейеҙ баҫыу эшен өйрәнгән...

ЕГЕТТӘР КЕЙЕҘГӘ ТОТОНҒАН
ЕГЕТТӘР КЕЙЕҘГӘ ТОТОНҒАН

--Билдәле булыуынса, Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы кейеҙҙән төрлө әйберҙәр эшләй, оҫталыҡтары менән башҡалар менән дә ихлас уртаҡлаша. Күптәр Вәзәмдә булып, кейеҙ эшенең нескәлектәренә төшөнә. Был шөғөл хатта егеттәрҙә лә ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Вәзәм егеттәре Айбулат Байгилдин һәм Фирғәт Сурин кейеҙ быйма баштары баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткән.
Афариндар, уңыштар егеттәргә лә, уларға яңы һөнәр өйрәтеүсе апайҙарына ла!--тип хәбәр итә Хәйбулла башҡорттары ҡоротайы.

Автор:Резеда Валиева