Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
2 Февраль , 15:55

ИЗГЕ ЭШКӘ ҠУШЫЛҒАНДАР

Мәктәпт автобусын көткән арала Гөлйөҙөм менән Илсиә файҙалы эш башҡарып өлгөрә. Үәт, афарин!

ИЗГЕ ЭШКӘ ҠУШЫЛҒАНДАР
ИЗГЕ ЭШКӘ ҠУШЫЛҒАНДАР

Директоры ниндәй—уҡыусылары шундай, тип әйтергә була Баймаҡ районы Ярат ауылы мәктәбе уҡыусыларына ҡарап.

Мәктәп директоры Миләүшә Азамат ҡыҙы Юлдашбаева районда тәүгеләрҙән булып махсус операциялағы егеттәр өсөн дөрөҫ итеп маскировка селтәре үреүҙе ойоштороп ебәргәйне. Уның был инициативаһы юҡтан ғына килеп сыҡмай. Беренсенән, элекке уҡыусыһы, әлеге көндә махсус операцияла йөрөүсе Вилдан ярҙам һорай. Икенсенән, бер туған ҡустыһы шунда.

Миләүшә Азамат ҡыҙы технология кабинетына махсус станоктар эшләтеп ала, кәрәкле туҡымаларға заказ бирә. Бында кистәрен ауыл халҡы ғына түгел, дәрестән бушаған арала уҡыусылар ҙа селтәр үрә. Ярат мәктәбенә йөрөп уҡыусы Ғүмәр, Йәрмөхәмәт ауылы балалары автобус килгәнгә тиклемге ваҡытын бушҡа әрәм итмәй. Еңеүҙе яҡынайтыу, яуҙағы ағайҙарҙың ғүмерен һаҡлау өсөн үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Кемеһелер туҡыма ҡырҡып, рулон урай, кемеһелер селтәр үрергә оҫтарған.

Һүрәттә: Гөлйөҙөм Үҙәнбаева, Илсиә Байымова тырышып селтәр үрә.

Автор:Резеда Валиева