Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
23 Ғинуар , 14:55

ҒАИЛӘ ГӨЛЛӘМӘҺЕ

Үрге Яйыҡбайҙа ғаиләләр ярышты

ҒАИЛӘ ГӨЛЛӘМӘҺЕ
ҒАИЛӘ ГӨЛЛӘМӘҺЕ

--Ғаилә йылы һәм "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә Үрге Яйыҡбай ауылы мәҙәниәт йортонда " Ғаиләләр гөлләмәһе" исемле сара ойошторолдо.
" Ғаиләләр гөлләмәһе" сараһы бәйге формаһында үтте. Сарала Икенсе Этҡол ауылынан Әхәт һәм Фирүзә Бүләковтарҙың ғаиләһе һәм Үрге Яйыҡбай ауылынан Фәһим һәм Сөмбөл Ильясовтарҙың ғаиләһе төрлө конкурстарҙа һынау тотто. Был сарала беҙҙең Ғаилә үҙәге белгестәре баһалама ағзаһы булараҡ ҡатнашты һәм ике ғаиләне лә еңеүсе тип билдәләне.
Сара күңелле, фәһемле һәм ойошҡанлы үтте.

Автор:Резеда Валиева