--Уҡытыусы һәм остаз йылы" һәм Уҡытыусылар көнө уңайынан, Мерәҫ ауыл мәҙәниәт йортонда "Уҡытыусы-ҡанат ҡуйыусы" исемле бик матур сара үтте.Кисәгә мәғариф ветерандары, бөгөнгө көндә эшләп йөрөүсе уҡытыусылар һәм төрлө йылдарҙа Мерәҫ урта мәктәбендә эшләп китеүсе ветеран уҡытыусылар саҡырылды.Бар ғүмерҙәрен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған мәғариф ветерандары күпме йылдар иңгә-ин терәшеп бергә эшләгән коллегаларын күргәс, йәшлектәренә, гөрләтеп ең һыҙғанып эшләгән ваҡыттарына ҡайтҡандай булдылар. Оҙаҡ йылдар бергә эшләгән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы араларҙан иртә киткән, коллегаларын йылы һүҙҙәр менән иҫкә алдылар. Ветерандар советы рәйесе Ямантаев Салауат Рәфҡәт улы хөрмәтле уҡытыусыларҙы байрам менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе. Кисәлә шиғырҙар менән бергә йыр -моң да ағылды, бейеүгә лә урын булды, йылы һүҙҙәр ҙә яңғыраны.Уҡыусы ҡыҙҙар Абушахмина Ғәлиә, Дауытбаева Розалина, Рысмухаметова Сәлимәнең, ансамбль ҡыҙҙарының сығышы кисәнең сағыу биҙәге булды. Тәмле сәй өҫтәле артында осрашыу шатлыҡтары кисереп ултырыусы ветерандарыбыҙ кисәнән бик ҡәнәғәт булыуҙарын йәшермәнеләр. Алдағы көндәрҙә лә ошондай матур осрашыуҙар булып торһон,--тип хәбәр итә Рафиға Ғазина.