+12 °С
Ясна
Хәйбулла районында "Икмәк, торт һәм бәлеш" фестивале үткән. Нәзирә Кәримова "Байрам бәлеше" номинацияһында еңеү яулаған, "Иң шәп ҡалас" Алһыу Байғусҡарваныҡы булған. Ә Олеся Илембәтова тәмле торты менән һоҡландырған. Фестивалдә ҡатнашыусылар дегустация үткәргән.
Бында шулай уҡ татлы балдар тәҡдим ителгән. Илбәковтар, Солтановтар килтергән тәмлекәс барыһына ла оҡшаған.
Фестиваль йыл да ойоштороласаҡ.