+30 °С
Болотло


Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының Мәҙәниәт һәм ял паркында төҙөкләндереү эштәре бара. Быйыл ял зонаһы, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын тәртипкә килтереү, территорияны яҡтыртыу ҡоролмалары менән тәьмин итеү, ҡоймаларҙы яңыртыу ҡаралһа, икенсе йыл арт-объекттар урынлаштырыу, видеокүҙәтеүҙәр ҡуйыу, йәшелләндереү буйынса эшләйәсәктәр.