Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
7 Октябрь 2022, 09:35

ӘБҮБӘКЕР СӘЙЕ

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы шәп яңылыҡ еткерә: Әбүбәкер ауылы уңғандары тыуған яҡта үҫкән шифалы үләндәрҙән сәй әҙерләп һатыуға сығарған. Үәт, шәп!

ӘБҮБӘКЕР СӘЙЕ
ӘБҮБӘКЕР СӘЙЕ

Бына нимә яҙа улар:


--Әбүбәкер ауылының уңғандары тыуған яғыбыҙҙа үҫкән үләндәрҙән шифалы сәй әҙерләп, һатыуға сығарған.
"Ауылыбыҙҙың экологик яҡтан таҙа ялан, урмандарында үҫкән шифалы үләндәрҙән генә торған тәмле сәй тәҡдим итәбеҙ!!!
Үлән файҙаһы бик ҙур. Үлән сәйе, ниндәй үләндән булыуына ҡарап, тынысландырыу, көс биреү, һауыҡтырыу һәм башҡа көскә эйә.
Беҙҙең шифалы сәй мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, боланут, ҡарағат, еләк, малина, сейә япраҡтарынан тора. Һатыуҙа бар, хаҡы 30 һум.

Сығанаҡ:https://vk.com/club207714147?w=wall-207714147_4862

Автор:Резеда Валиева