Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
7 Сентябрь 2022, 16:50

ЮЛДАР ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕЛӘ

Хәйбулла районында юлдар тәртикә килтерелә.

ЮЛДАР ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕЛӘ
ЮЛДАР ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕЛӘ


"Башкиравтодор" йәмғиәтенең Хәйбулла ДРСУ-һы урындағы юлдарҙы тейешле кимәлдә тотоу (содержание) эштәре буйынса Йәнтеш - Ғәлиәхмәт юлының Аҡнаҙар - Ғәлиәхмәт араһында ныҡ ҡына боҙолған 2.5 километрлыҡ участогында һәм Ғәлиәхмәт - Урыҫбай юлының тау өлөшөндә өҫтәлмә таш һалып, тигеҙләп, ҙур эш башҡарҙы.

Был эштәрҙе урындағы халыҡ күптән көтә ине.

✅Был эште Хәйбулла юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы (ДРСУ) алдан билдәләнгән планға ҡарата башҡарҙы.
Ойошма етәксеһе Азат Суфияновҡа, грейдер йөрөтөүсе Ғәлимйән Ултраковҡа, экскаватор-погрузчикта эшләүсе Фәнур Ғәббәсовҡа, "Кировец" тракторын йөрөтөүсе Фаил Рәхмәтуллинға, йөк машиналарында йөрөүсе егеттәргә, участка мастеры Хәйҙәр Сәғитовҡа һәм башҡа эшселәргә рәхмәт һүҙе еткерәбеҙ!

Әлеге ваҡытта урында грейдер һәм "Кировец" тракторы юлдарҙы тигеҙләү эштәре бара. Артабан да проблемалы участкаларҙа эштәр дауам итәсәк.

 

сығанаҡ: https://vk.com/public126984950

Автор:Резеда Валиева