Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
30 Август 2022, 21:10

АУЫЛ МӘСЕТЕНӘ - КЕЛӘМ

Альбина Ирғәле ҡыҙы Мозафарова ауыл мәсетенә келәм бүләк иткән.

АУЫЛ МӘСЕТЕНӘ - КЕЛӘМ
АУЫЛ МӘСЕТЕНӘ - КЕЛӘМ

Уҙған йыл "Айыҡ ауыл" республика конкурсында еңеү яулаған Түбәнге Яйыҡбай ауылында берҙәм халыҡ йәшәй. Әле ауылдаштары Альбина Ирғәле ҡыҙы Мозафарованың ауыл мәсетенә келәм бүләк итеүе лә ошо берҙәмлектең сағылышы. Һәр кем үҙ ауылын яратып, уның киләсәге өсөн борсолоп йәшәй бында. Бәләкәй генә төйәктәренең мәңге булыуын, унда сабый тауыштарының да, аҙандың да тынмауын теләй улар. Афарин!

Автор:Резеда Валиева