+2 °С
Болотло
Бөгөн Бөрйән районының Әтек ауылы эргәһендә башҡорт халҡының милли батыры Алдар батыр хөрмәтенә мемориаль комплекс асыла.
Алдар Иҫәкәев — тархан, батыр, Бөрйән улусы башлығы, 1704-1711 йылдарҙа башҡорт ихтилалы етәксеһе, күренекле сәйәси эшмәкәр. Һәйкәл кенотаф символик ҡәбер кеүек эшләнгән, сөнки геройҙың ерләнгән урыны билдәһеҙ. Иҫтәлекле таш тирәләй беседка ҡуйылған.
Комплексты асҡан көндә этно-концерт була, унда ҡурайсы Роберт Юлдашев, Ғәлиә Мортазина, Хаят Исмаил, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө сығыш яһай.
Мәғлүмәт һәм фото БАШИНФОРМ агентлығынан алынды: https://bash.bashinform.ru/news/culture/2022-08-05/b-ry-n-rayonynda-aldar-batyr-a-memorial-kompleks-asyla-2899497