Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
21 Июль 2022, 09:30

МӘКТӘПТӘР РЕМОНТЛАНА

Әлеге мәлдә Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбендә, Темәс ауылы мәктәбендә ремонт эштәре бара.

МӘКТӘПТӘР РЕМОНТЛАНА
МӘКТӘПТӘР РЕМОНТЛАНА

Рәсәй Президенты инициативаһы менән булдырылған белем биреү учреждениеларына капиталь ремонт эшләү федераль программаһы 2026 йылға тиклем барасаҡ. Федераль субсидиялар күләме буйынса беҙҙең республика Дағстан һәм Мәскәү өлкәһенән ҡалышып, өсөнсө урында килә. Башҡортостанда 365 мәктәпкә ремонт эшләнеләсәк.

Республиканан бирелгән барлыҡ ғаризалар программаға ингән. Мәктәптәрҙә комплекслы модернизация үткәрелә—был нигеҙҙән ҡыйыҡҡаса эште үҙ эсенә ала. Федераль бюджеттан бүленгән аҡсаға шулай уҡ белем усаҡтары техник яҡтан йыһазладырыла.

Әлеге мәлдә Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбендә, Темәс ауылы мәктәбендә ремонт эштәре бара.

—Иҙәнде, ҡыйыҡты, ишектәрҙе алмаштырыу, стеналарҙы тәртипкә килтереү генә күҙалланмай бында, тулыһынса яңы төҫ биреләсәк, йәғни заманса ҡорамалдар, йыһаздар менән байытыласаҡ, мәктәп яны биләмәһе лә төҙөкләндерелә,—тип белдерә Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев.

Уҡыусылар яңы уҡыу йылын яҡты, матур мәктәптә башлар, тип ышанабыҙ.

Автор:Резеда Валиева