Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
27 Июнь 2022, 13:00

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы конкурсында Хәйбулла районынан14 проект еңгән

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә шатлығы менән уртаҡлашты: быйыл төбәктең 14 ауыл биләмәһе Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы конкурсында еңеү яулаған. -Бөгөн оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров беҙҙең биләмәлә проекттың уңышлы тормошҡа ашырылыуы хаҡында белдерҙе. Ауыл хакимиәте башлыҡтарына, инициатив төркөмдәргә һәм башланғыстарҙы хуплаған барлыҡ ауылдар халҡына ҙур рәхмәт белдерәм, -- тип яҙҙы Рөстәм Динислам улы.

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы конкурсында Хәйбулла районынан14 проект еңгән
Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы конкурсында Хәйбулла районынан14 проект еңгән

Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы ғәмәлгә ингәндән алып Хәйбулла районында 50 миллион һумлыҡ 86 проект тормошҡа ашырылған. Уға ярашлы биләмәләр төҙөкләндерелгән, балалар майҙансыҡтары урышлаштырылған, янғын һағы хәүефһеҙлеге частары кәрәкле инвентарҙар, техника менән йыһазландырылған, эсәр һыу тәьминәте яҡшырған.

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы конкурсында Хәйбулла районынан14 проект еңгән
Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы конкурсында Хәйбулла районынан14 проект еңгән
Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы конкурсында Хәйбулла районынан14 проект еңгән
Автор:Гульдар Кадаева