Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
20 Май 2022, 12:30

Имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!

Хәйбулла районынан яҙғы саҡырылыштың тәүге 9 егете әрме сафына оҙатылды. Буласаҡ һалдатарҙы ата-әсәләре, дуҫтары, яҡындары менән бергә оло юлға район хакимиәте башлығы Динислам Шәрипов та оҙатты. Ул яҡташтарының намыҫ менән хеҙмәт итеп, тыуған яҡҡа имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын, донъялар имен, тыныс тороуын теләне.

Имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!
Имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!

Быйылғы яҙғы саҡырылышта төбәктән 45 егет әрмегә алынасаҡ. Әлеге ваҡытта 150 һалдат Ватаны һағында тора.

Имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!
Имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!
Имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!
Автор:Гульдар Кадаева