Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
8 Май 2022, 14:30

САУАПЛЫ ЭШ

Баймаҡ районында ожмахҡа тиң матур бер урын бар. Ул - элекке Моҫтай ауылы. Билдәле булыуынса, йылҡысылыҡ менән булышыусы фермер Фәнис Кәримов ата-бабалар төйәген ташламаҫҡа ниәт итеп, унда йорт, мәсет, мунса төҙөп ултыртып, этнофорумдар уҙғарҙы. Кисә был ауылдан сығыусылар зыяратты кәртәләү буйынса өмә үткәрҙе.

САУАПЛЫ ЭШ
САУАПЛЫ ЭШ

Баймаҡ районында ожмахҡа тиң матур бер урын бар. Ул - элекке Моҫтай ауылы. Билдәле булыуынса, йылҡысылыҡ менән булышыусы фермер Фәнис Кәримов ата-бабалар төйәген ташламаҫҡа ниәт итеп, унда йорт, мәсет, мунса төҙөп ултыртып, этнофорумдар уҙғарҙы. Кисә был ауылдан сығыусылар зыяратты кәртәләү буйынса өмә үткәрҙе. Бик дәррәү, әүҙем эшләп, сәй табыны артында аралашып таралышты улар.
Халҡыбыҙ: "Тереләрҙең - ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел",- ти. Афарин! Сауаптары насип булһын!


Автор:Резеда Валиева