Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
26 Апрель 2022, 11:55

ДӘРТТӘРЕ ТАШЫП ТОРА

Эйе, ауылда эш бөтмәй. Ҡара таңдан ҡара кискәсә эш тә эш: мал ҡарайһың, баҡсала эш бөтмәй, нимәлер йүнләйһең... Аңлашыла. Ә бына бөтөн ауыл менән бергәләп көн дә нимәлер эшләгән халыҡты күргәнегеҙ бармы? Йылайыр районы Сәләх ауылы халҡы эш табып ҡына тора: йә өмәгә сыға, йә киноға төшә, йә ярыш ойоштора. Әле кисә клуб биләмәһен кәртәләһәләр, бөгөн туҡталыш эшләү уйы менән яналар...

ДӘРТТӘРЕ ТАШЫП ТОРА
ДӘРТТӘРЕ ТАШЫП ТОРА

Сәләхтәр менән даими хеҙмәттәшлек иткән А.Г.Баканов крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе ауыл осона туҡталыш эшләү өсөн төҙөлөш материалдары бирҙе.

Яҡшы дуҫың булһа ла яҡшы шул. Тиҙҙән сәләхтәр туҡталыш та эшләп ҡуйыр.

Автор:Резеда Валиева