Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
13 Апрель 2022, 11:30

Эштәр тергеҙелде

Баймаҡ ҡалаһы башлығы Радмир Иҫәнбаев конкурс биләмәһендә эштәр тергеҙелеүен белдерҙе. Был хаҡта ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы. Башлыҡ 12 апрелдә подрядсы --“Уралспецстрой” йәмғиәте эшселәре тамамланмаған эш күләмен дауам итеүгә, заказсы һәм төҙөлөш күҙәтеүе асыҡлаған етешһеҙлектәрҙе бөтөрә башлауын хәбәр иткән. Радмир Иҫәнбаев һүҙҙәренә ҡарағанда, 2020 йылда бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи урындарҙа уңайлы шарттар тыуҙырыу буйынса иң яҡшы проект булараҡ Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән “Баймаҡ. Үҙгәрештәр еле” проектының беренсе этабы 25 майға тиклем тамамланасаҡ.

Эштәр тергеҙелде
Эштәр тергеҙелде

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 11 апрелдә республика Хөкүмәтендә аҙна һайын уҙғарылған кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был объекттың әҙерлеге түбән булыуын тәнҡитләне.  

Автор:Гульдар Кадаева