Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
31 Октябрь 2021, 17:55

Уңайлы ла, ҙур, еңел дә

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәге  сәхифәһендә төбәктә 153 контейнер майҙансығы булдырылыуы, 7уларҙа 50-гә яҡын контейнерҙар ҡуйылыуы тураһында хәбәр итте.

Уңайлы ла,  ҙур, еңел дә
Уңайлы ла, ҙур, еңел дә

--Ошо көндәрҙә районға 110 этеп йрөтмәле, педалле сүп-сар контейнеры ҡайтарылды. Уларҙың 80-не район үҙәге--Аҡъярҙа ҡуйыла, ҡалған 30-ы Бүребайға урынлаштырыла. Сүплек һауыттары “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы сиктәрендә алынды.  Аҡъярҙа яңы контейнерҙар ҡулланыла башланы. Йыл аҙағына тиклем бында тағы ла 36 контейнер урынлаштырыу планлаштырыла.  Сүп-сар түгеү майҙансыҡтарын  төҙөкләндереү ҙә  дауам итәсәк”, --тип яҙҙы Рөстәм Динислам улы.

Уңайлы ла,  ҙур, еңел дә
Уңайлы ла,  ҙур, еңел дә
Уңайлы ла, ҙур, еңел дә
Автор:Гульдар Кадаева