АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
14 Октябрь 2021, 16:30

Сәләхтәргә лә кәрәк уңайлыҡ

Йылайыр районының Сәләх ауылында яңы фельдшер-акушер пункты төҙөлә башланы. Әле эшләп торған медицина учреждениеһы бинаһы ныҡ иҫкергәнгә күрә уны йылытып алыуы бер бәлә.

Сәләхтәргә лә кәрәк уңайлыҡ
Сәләхтәргә лә кәрәк уңайлыҡ

Сәләх ауылында 140 кеше йәшәй, шуларҙың 40-ы балалар. Ауылда 60 йәште үткәндәр ҙә күп булыуын иҫәпкә алғанда, ФАП-һыҙ йәшәү мөмкин түгел икәнен аңларға була.

- Яңы фельдшер акушерлыҡ пункты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” проектына ярашлы сафҡа индереләсәк. Әлеге көндә эштәр тамамланыуға бара. Тиҙҙән, документ эштәре бөткәс, яңы ФАП ишектәрен асасаҡ, – ти Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Тотманов.

Утыҙ йылға яҡын фельдшер булып эшләгән Гүзәл Солтанова киләсәктә яңы бинала, яңы ҡорамалдар ярҙамында эшләй башлауын түҙемһеҙләнеп көтә. Ул был ауылдан башҡа күршеләге Бараҡал, Һаҡтау ауылдары халҡына ла беренсел медецина ярҙамы күрһәтә. Пандемия мәлендә бындай медицина учреждениеһы асылыу урында дауаланыуҙың сифатын арттырасаҡ. Әле ауылда оло йәштәгеләр ҡурсаланыу режимын тота. Ололарҙың хәлен ирекмәндәр белешеп тора. Ауыл фельдшеры ла уларҙы хәстәренән айырмай.

Сәләхтәргә лә кәрәк уңайлыҡ
Сәләхтәргә лә кәрәк уңайлыҡ
Автор:Гульдар Кадаева