АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
16 Июль 2021, 16:00

Йылайырға һыу килә

Йылайыр районы үҙәге булған Йылайыр ауылы йылдан-йыл ҙурая: шәхси йорттар күпләп һалынғанлыҡтан, яңы урамдар, биҫтәләр барлыҡҡа килә. Яңы төҙөлөштәр инженер инфраструктураны яңыртыуҙы ла талап итә. Йылайыр ауылында һуңғы йылдарҙа һыу үткәргестәр 80 процентҡа иҫкереп киткәнлектән, бында һыу мәсьәләһе киҫкен тора ине. Быйыл район етәкселеге хәстәре менән ауылға һыу үткәреү республика программаһына индерелде. Тулыраҡ сайтта.

Йылайырға һыу килә
Йылайырға һыу килә

 

Әлеге көндә һыу үткәргесте реконструкциялау Башҡортостан Республикаһында ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһына ярашлы атҡарыла. Төҙөлөш эштәрен Өфө ҡалаһының “Главспецстрой” йәмғиәте шөғөлләнә. Әле эшселәр соҡор ҡаҙып, яңы торбалар һалыу менән мәшғүл. Бер үк ваҡытта ҡоҙоҡтар, янғын гидранттары ҡалдырыу өсөн ҡаҙанлыҡтар әҙерләйҙәр. Һыу торбалары трассаһын һуҙыуға 12 эшсе,  4 экскаватор, 2 берәмек махсус техника йәлеп ителгән. Ерҙе ҡаҙыу эштәре тамамланыу менән пластик торбалар һалына башлаясаҡ. Әйткәндәй, ер эштәре менән булышыуҙа тотҡарлыҡтар юҡ. Субподрядсы ойошма һыу үткәргесте төҙөүгә тотонор алдынан уҡ башҡа инженер селтәрҙәре өсөн яуаплы компаниялар менән килешеү төҙөгән.

Йәмғиәт коллективына бында йәй буйына эш етерлек. Улар алдында район үҙәгендә йәмғеһе 20 саҡрым оҙонлоғонда һыу үткәргес һуҙыу бурысы тора. Ир-егеттәр тырышып эшләй. Етәкселек айырыуса экскаватор менән идара итеүсе Дим Ибәтуллиндың (һүрәттә) эшенән ҡәнәғәт.

--Үҙ эшенең оҫтаһы. Ипле, тырыш. Техникаһына бер ултырып алһа, көнө буйы туҡтамай,--тип Димде маҡтай төҙөлөш мастеры Р.Р.Сафин.

Мастер шулай уҡ ҡаҙыу эштәре алып барылғанлыҡтан йылайырҙар уңайһыҙлыҡтар кисереүен һыҙыҡ өҫтәнә алды.

--Быйыл ыҙалаһалар ҙа икенсе йыл һыу менән тотҡарлыҡтар булмаһа, беҙгә рәхмәт әйтерҙәр,-- тине ул уңайһыҙлыҡтарҙың ваҡытлыса ғына булыуын аңлатып.

Автор:Гульдар Кадаева