АТАЙСАЛ
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Спорт
3 Июля , 06:15

Зарина Сибай институтында

Сибай институты үҙ чемпионын ҡаршы алды

Зарина Сибай институтындаЗарина Сибай институтында
Зарина Сибай институтында

Күптән түгел Сибай ҡыҙы донъя чемпионатынан еңеү менән ҡайтты тип хәбәр иткәйнек.

Зарина Исламова унан ҡайтыу менән туған уҡыу йорто—Сибай инстиутына килде. Бында уны уҡыу йорто директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитов, физик культура кафедраһы уҡытыусылары, хеҙмәткәрҙәр, студенттар ҡыуанып һәм ғорурланып ҡаршы алды.

 

Зарина үҙе менән төп трофейҙарҙы - алтын миҙал һәм еңеү кубогын алып килгән, ә һуңынан ярыш тәъҫораттары менән уртаҡлашты. 

—Көрәш, ысынлап та, ауыр булды, дәғүәселәр көслө ине, әммә үҙемдең институтым, республикам һәм бөтә Рәсәйем ышаныуын, өмөтләнеүен, терәк булыуын тойҙом һәм еңеүгә ынтылдым. Флаг һәм гимн аҫтында сығыш яһау бик күңелле булды!—ти Зарина.

Илдар Сәлихйән улы Заринаны иҫ киткес еңеү менән ҡотланы һәм Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Вениаминович Озерцовтың Почет грамотаһын тапшырҙы.


Зарина Сибай институтында
Зарина Сибай институтында
Зарина Сибай институтында
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас