-6 °С
Ҡар
Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауыл халҡы өсөн спорт залы асыласаҡ. Ошо йәһәттән ныҡлы әҙерлек эштәре алып барыла, өмәләр үтә. Ике ҡатлы ҙур бинаның ҡыйығы тулыһынса яңыртылған, үҙ эшен асырға теләүселәр өсөн бүлмәләр биреү күҙ унында тотола.
Спорт залына секциялар эшен йәйелдереү планлаштырыла. Грэпплинг, йәйәнән уҡ атыу, теннис, аэробика, көрәш менән шөғөлләнергә теләүселәр шәп мөмкинлек буласаҡ.
Өмә барышында ағартыу эштәре башҡарылған, трактор арбаһы менән бер нисә тапҡыр ҡый түккәндәр, өмәселәр тәҙрәләрен, иҙәндәрен йыуып сыҡҡан.
"Шәфәҡ" ағинәйҙәре эш бөткәс, тәмле ризыҡтар, ҡайнар сәй менән һыйлаған.