Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Ноябрь 2025, 17:30

Уғатарҙар ярышты

Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм)ауылында 2-се Аҡъяр мәктәбе директоры Риф Баймырҙин етәкселегендәге "Уғатар" уҡсылар клубы ағзалары уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороп, мәргәнлек серҙәренә төшөндөрҙө.

Вәзәмдәр, йәше лә өлкәне лә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа сарала әүҙем ҡатнашты. Оҫталыҡ дәресенән Һуң һәр кем мәрәй йыйып мәргәнлектә үҙен һынаны. Ҡунаҡтар буш ҡул менән килмәгән. Дәртле, йәш йөрәкле уғатар апайҙар еңеүселәргә лә, ҡатнашыусыларға ла бүләктәр тотоп килгәндәр. Ихтирамығыҙ, иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Алла бирһә Вәзәм ауылынан да билдәле мәргән уҡсылар дан алыр тигән өмөттә ҡалабыҙ. Мауыҡтырғыс осрашыу бик матур, йылы мөхиттә үтте.

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас