Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Апрель 2025, 09:50

Афарин, көрәшселәр!

Республика турнирында Баймаҡ көрәшселәренә етеүсе булманы.

Афарин, көрәшселәр!
Афарин, көрәшселәр!

Сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыуҙы пропагандалау, милли көрәште популярлаштырыу, үҫеп килгән йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыу, илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатында Ғафури районында көрәш буйынса асыҡ республика турниры үткәрелеп килә.

Турнир Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов иҫтәлегенә ойошторола. Афған яуын үткән, аҙаҡ Мәскәү өлкәһе Эске эштәр баш идаралығы айырым тәғәйенләнеш милиция отрядының отделение командиры булып эшләгән Фәрүәт Абдулла улы 1995 йылда Төньяҡ Кавказдағы хәрби операцияла һәләк була. Уны яҡташтары онотмай, йыл да герой иҫтәлегенә спорт ярыштары уҙғара.

Быйылғы турнирҙа республикабыҙ ҡалалары һәм райондарынан бик күп көрәшселәр ҡатнашты. Баймаҡ районы командаһы тренер-уҡытыусы Илшат Нурәхмәт улы Хәмитов етәкселегендә сығыш яһаны. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре юғары әҙерлек кимәлен күрһәтте. Үҙ ауырлыҡ категорияларында Шамил Хәмитов һәм Әмир Һибәтуллин еңеү яуланы. Фәнис Исҡужин иһә 2-се урынға сыҡты.

Баймаҡ көрәшселәрен еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас