АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Июль , 11:05

Донъя рекорды ҡуйылды

Сибайҙа рекорд ҡуйылды тип хәбәр иткәйнек инде. Ул республика Башлығы гранты иҫәбенә ойошторолдо.

Донъя  рекорды  ҡуйылды
Донъя рекорды ҡуйылды

Сибайҙа Башҡор-тостандың иң көслө кешеләре ҡатнаш-лығында экстрим-шоу үтте. Мауыҡ-тырғыс сараны ҡарарға төрлө район-дарҙан халыҡ йыйылды.

Рәсәйҙең иң көслө кешеһе, экстрим ярыштары еңеүсеһе, Баш-ҡортостан Дәүләт Йы-йылышы-Ҡоролтай депутаты Эльбрус Ниғмәтуллиндың идеяһы менән менән ойошторолған экстрим-шоуҙың төп рефери һәм рекорд регистраторы—Рус Уралстронг көслөләр федерацияһы президенты Дмит-рий Кононец.
Проект Башҡор-тостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырылды. Сараның генераль партнеры—“АРМ Техно” компанияһы, “Күп функциялы креатив үҙәк”. Ойоштороусылар шулай уҡ Сибай ҡала хакимиәтенә ҙур рәхмәтле.
Ҡаланың Үҙәк майҙанында Башҡортостан стронгмендары тәгәрмәсле ауыр техниканы тартыу буйынса барлыҡ рекордтарҙы ла бер көндә ҡуйҙы. Һуңғы 5 йылда Рәсәй һәм Евразияның рекорды 78 тоннаға тиң булһа, был юлы бәһлеүәндәр тарафынан иң тәүҙә 88 тонна ауырлығындағы автопоезд һуҙылды, икенсеһендә 106 тонналыҡ ауырлыҡты 4 метр 60 сантиметрға ҡуҙғата алһалар, өсөнсөһөндә 122 тоннаны шылдырып, һоҡланғыс һөҙөмтә күрһәттеләр һәм бер көндә бер юлы өс тапҡыр Рәсәй һәм донъя рекорды ҡуйылды.
Бына ул алты иң көслө рекодсмендар: Марсель Мурзин, Арман Утигенов, Алексей Серебряков, Денис Вагапов, Альберт Мостафин и Айҙар Байсурин. Уларҙың һәр береһенең иңендә әллә күпме ярыш һәм призлы урындар, көсөргәнешле хеҙмәт, физик һәм рухи әҙерлек ята.
Мауыҡтырғыс сараны һәр кем ҡыҙыҡһынып күҙәтте, бигерәк бәләкәй малайҙарҙың күҙҙәрендә осҡондар балҡыны, улар ҙа киләсәктә ошондай көслө спортсы булырға теләне.


Кәримә Усманова.
Һүрәттә: Бына ул иң көслө рекодсмендар!

 

--Беҙ бала саҡта ағайҙарға ҡарап үҫтек. Кемдер шофер булырға, кемдер уҡытыусы булырға хыялланһа, бәғзеләр унан-бынан ишетеп космонавт булырға теләне. Бөгөн йәштәр гаджеттарға ғына йомолоп үҫмәһен ине. Улар кемгәлер оҡшарға теләһен ине. Был йәһәттән спортты йә башҡа тармаҡты үҫтереү, өлгө булырҙай шәхестәрҙе күрһәтеү, йәштәрҙе йәлеп итерҙәй саралар уҙғарыу мөһим. Әлбиттә, күләмле саралар өсөн аҡса кәрәк. Был йәһәттән республика Башлығының Гранты булдырылыуы яҡшы. Идеялы замандаштарыбыҙ проекттарын күрһәтеүгә ярҙам ала, проекттарын тормошҡа ашырыуға ярҙам булғас дәртләнә. Мәҫәлән,Илсур нәбиуллин грант алып, Урман һабантуйы ойоштора, урман хеҙмәтсәндәренә иғтибарҙы йәлеп итә. Икенсенән, спортҡа ылыҡтыра. Ыңғай яҡтары күп,--тип йәмәғәт фекере лидеры Ирек Бикмәтов.

Автор: