Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Ғинуар 2023, 20:40

БЫУЫНДАР БӘЙЛӘНЕШЕ

Бөгөн Йәнтеш мәктәбе спортзалы гөрләп торҙо. "Быуындар бәйләнеше" тип аталған волейбол ярышына ауылдың төрлө йәштәге волейболсылары йыйылды.

БЫУЫНДАР БӘЙЛӘНЕШЕ
БЫУЫНДАР БӘЙЛӘНЕШЕ
ХӘЙБУЛЛА БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ ХӘБӘР ИТӘ:

Бөгөн Йәнтеш мәктәбе спортзалы гөрләп торҙо. "Быуындар бәйләнеше" тип аталған волейбол ярышына ауылдың төрлө йәштәге волейболсылары йыйылды. Уйын бик сәмле барҙы. Барлығы 4 команда ҡатнашты. Ярышты алыҫ Себер яҡтарында йәшәп, эшләп йөрөүсе Торомтаев Азамат, элекке физкультура уҡытыусыһы Фәтих Көнсыуаҡов ойошторҙо. Азамат Сәйет улының инициативаһын дәррәү күтәреп, спортсылар йыйылды һәм турнир башланып та китте. Яңы йылдың тәүге көндәрендә ошондай шәп сара ойошторолоуы яҡшы күренеш. Артабан да матур традицияға инеп китеп, йыл да ғинуар каникулдарында спортзал гөрләп торһон тип, теләге килә.
1 урын (85-90 й)
2 урын (90-97 й)
3 урын (96-2000 й) һәм Ветерандар командалары
 
 
Автор:Резеда Валиева