Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Декабрь 2022, 11:45

УҒАТАРҘАР ЯРЫШТЫ

Сибайҙа уҡ атыу буйынса «Уғатар-Урал аръяғы» балалар республика чемпионаты тамамланды. Унда Ауырғазы, Бөрйән, Баймаҡ, Балаҡатай, Учалы, Ишембай, Хәйбулла райондарынан, Өфө, Ишембай, Сибай, Учалы, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан 82 мәргән ҡатнашты.

УҒАТАРҘАР ЯРЫШТЫ
УҒАТАРҘАР ЯРЫШТЫ

 Ярыш өс категорияла барҙы: 7-9,  10-13, 14-17 йәшлектәр 12,15,18 метр дистанцияла үҙ мәргәнлеген һынап ҡараны.

Сибай ҡалаһы намыҫын яҡлаусы Динир Ишкилдин, Фәһим Рамаҙанов, Вилена Асаинова, Динара Юлдыбаева, Әмил Өмөтбаев уңышлы сығыш яһаны.

Еңеүселәр кубок, миҙал һәм диплом менән бүләкләнде.

 

фотола: Сибай мәргәндәре

Автор:Резеда Валиева