АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Сентябрь 2022, 14:25

АУЫЛ ТРЕНЕРЫНА—600 мең һум

Быйыл Башҡортостанда 50 тренерға «Ауыл тренеры» республика программаһы буйынса 600 мең һум аҡса бирәләр.

АУЫЛ ТРЕНЕРЫНА—600 мең һум
АУЫЛ ТРЕНЕРЫНА—600 мең һум

 

Башҡортостан — Рәсәйҙә ауыл еренә тренерҙарҙы йәлеп итеү тәжрибәһен индергән тәүге төбәк. Радий Хәбировтың башланғысы менән 2020 йылда республикабыҙҙа «Ауыл тренеры» программаһы эшләй башланы. Программала ауыл ерендә балалар менән эшләгән спортсылар ҡатнаша.

Контракт шарттарына ярашлы, ауылда кәмендә биш йыл эшләгән белгестәр 600-шәр мең һум аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. Аҡсаны торлаҡ йәки йорт төҙөүгә  ер участкаһы һатып алыу өсөн тотонорға була.

2020 йылда бындай түләүҙе — 34, былтыр иһә 20 ауыл тренеры алған. 54 тренер ауылда ҡалған, тип өҫтәне Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәре Зөлфиә Басирова.

«Ауыл тренеры» республика программаһының тулы тексы менән рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында танышырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-09-13/v-bashkirii-v-etom-godu-50-selskih-trenerov-poluchat-po-600-tysyach-rubley-2946427

 

Источник: Башинформ

Фото: bash.news

Автор:Резеда Валиева